«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сычев әрмәндәрҙе уйнарға өйрәтәсәк



31.08.2019 Сычев әрмәндәрҙе уйнарға өйрәтәсәк

Элекке билдәле футболсы Дмитрий Сычевтың ҡабаттан яратҡан шөғөлөнә ҡайтасағы тураһында яҙып үткәйнек инде.
Һәм яңыраҡ уның ҡайҙа уйнаясағы хаҡында билдәле булды. 35 йәшлек һөжүмсе Әрмәнстан чемпионатында сығыш яһаясаҡ. Урындағы «Пюник» клубы менән бер миҙгелгә килешеү төҙөгән.
Сычев заманында “Локомотив” командаһы составында Рәсәй кубогы һәм суперкубогын яулай. Шулай уҡ “Спартак”, “Марсель” (Франция) һәм “Динамо” (Минск) клубтары өсөн сығыш яһай.
Рәсәй йыйылма командаһы составында Европа беренселеге призеры ла була.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға