«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Судьялар хәл итте



31.08.2019 Судьялар хәл итте

«Өфө» футболсылары Рәсәй Премьер-лигаһының һуңғы ике турында чемпионат лидерҙарын еңеп, бөгөн беренселек аутсайдеры «Ырымбур» командаһына 1:2 иҫәбенә отолдо.
Команданың генераль директоры Шамил Ғәзизов әйтмешләй: беҙ еңелмәнек, ә судья беҙгә аяҡ салды. Ысынлап та осрашыу барышына һығымта яһағанда, хөкүм итеүсе хаталанды буғай. Нишләйһең, иҫәпте инде үҙгәртеп булмай, шуға күрә киләсәктә дәғүәсене еңер өсөн күберәк уңышҡа өлгәшергә кәрәк. Әлегә беҙҙекеләр 10 мәрәй менән 10-сы урынын һаҡлап ҡалды. Ә инде ҡунаҡтар тәүгә еңеү яулап, турнир таблицаһының һуңғы урынынан ҡотолоп торҙо.
Шулай уҡ чемпионат дебютанты – «Сочи» клубы ла беренсе тапҡыр тарихи еңеү яуланы. Улар Ҡазанда урындағы «Рубин»ды 0:3 иҫәбенә ҡыйратты.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға