«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ситтәгеләрҙе ҡарап булһа ла кинәнәйек



31.08.2019 Ситтәгеләрҙе ҡарап булһа ла кинәнәйек

Футбол буйынса Чемпиондар лигаһы 2021/2022 йыл миҙгеленең финал уйыны Санкт-Петербургта уҙасаҡ.
Улар уны Германияның Мюнхен ҡалаһы менән булған көрәштән еңеп алды. Германияла иһә 2022/2023 йылда ҡаралған.
Рәсәйҙә ундай кимәлдәге футбол бәйгеһе 2008 йылда «Лужники» стадионында уҙҙы. Ул ваҡытта финалда «Манчестер Юнайтед» менән «Челси» клубтары осрашҡайны.
Белеүегеҙсә, быйылғы Чемпиондар лигаһының төркөм осрашыуҙарында беҙҙән «Зенит» менән «Локомотив» командалары ҡатнаша. Тәүгеһе Бенфика» (Португалия), «Лион» (Франция) һәм «РБ Лепциг» (Германия) клубтары менән көс һынашһа, «Локомотии» иһә «Ювентус» (Италия), Атлетико» (Испания) һәм «Байер» (Германия) командалары менән уйнаясаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға