«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эсеп рулгә ултырғаны өсөн төрмәгә эләккән



30.08.2019 Эсеп рулгә ултырғаны өсөн төрмәгә эләккән

Октябрьский ҡалаһынан бер водителде иҫерек килеш машина менән идара иткәне өсөн 10 айға төрмәгә ултырттылар.


30 йәшлек ир, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә тотолғас, медицина тикшереүенән баш тарта. Быға тиклем ул эскән көйөнсә руль артына ултырғаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Шуға күрә был юлы уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хөкөм ҡарары буйынса, енәйәтсе ҡаты режимлы колонияла ултырып сығасаҡ. Ә үҙенең “ун дүртенсе”һенең руленә өс йыл ултыра алмаясаҡ әле.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға