«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ирҙәр баланы ағасҡа бәйләп ҡалдырған



30.08.2019 Ирҙәр баланы ағасҡа бәйләп ҡалдырған

Бәләбәй районында йәшәүсе 41 йәшлек ирҙең телефоны юғала. Ул күрше малайын уғрылыҡта ғәйепләй һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Тик үҙе хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренең тикшереү башлағанын көтөп тормай, самосуд ойошторорға була.


Бер-нисә көндән күршеләренә инә. Ата-әсәнең өйҙә юҡлығынан файҙаланып, баланан ғәйебен таныуын талап итә. Тик 13 йәшлек малай, телефонды урламаным, тип баш тарта. Был ир әшнәһе менән баланы машинаға ултыртып, урманға юллана. Өлкәндәр малайҙың ауыҙына сепрәк тығып, ағасҡа бәйләп ҡалдырып ҡайтып китә.

Бәхеткә күрә, бала бәйҙән ысҡына һәм өйөнә ҡайта ала. Ата-әсәләренә хәлде һөйләп биргәс, улар ҙа полицияға мөрәжәғәт итә.
Ирҙәрҙе суд бала урлауҙа ғәйепле итеп таный. Шартлы рәүештә береһе — 5 йыл да 6 айға, икенсе 5 йылға хөкөм ителә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға