«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Илдәге иң таҙа ҡала ниндәй?



30.08.2019 Илдәге иң таҙа ҡала ниндәй?

Исемлеккә 200 Рәсәй ҡалаһы ингән. Барлығы 100 мең кеше тауыш биргән.


Беренсе урында Белгород өлкәһендәге Губкин ҡалаһы, икенсе - Грозный, өсөнсө урында Калининград өлкәһенең Гурьевск ҡалаһы.
Халыҡ һайлауы буйынса иң бысраҡ ҡала булып Архангельск танылған. Унан һуң Ростов өлкәһенән Каменск – Шахтинский һәм Шахты ҡалалары килә.

Таҙалыҡ буйынса Өфө 76-сы баҫҡысты биләй. Башҡортостандың иң таҙа ҡалаһы – Салауат, сөнки ул 32-се урында, ә Стәрлетамаҡ – 48-се.
85-се баҫҡыста республиканың тағы бер ҡалаһы бар – Нефтекама.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға