«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар тураһында мобиль ҡушымта аша хәбәр ит



30.08.2019 Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар тураһында мобиль ҡушымта аша хәбәр ит

«ПРОФ-IT.2019» Бөтә Рәсәй төбәк һәм муниципаль информатизациялау проекттары конкурсының еңеүселәре билдәле булды. Финалға 36 проект сыҡҡан. Хәҙер еңеүселәргә 12-13 сентябрҙә Белгородта үтәсәк форумда үҙҙәренең эштәрен яҡларға тура киләсәк.
Башҡортостандан өс проект тәҡдим ителеп, шуларҙың икеһе финалға үткән. Еңеүгә дәғүә итеүселәр араһында урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙы һәм урман янғындарын мониторинглаған «Башҡортостан Республикаһының Урман картаһы» IT-проекты ла бар.Был ҡушымтаны төбәктең һәр кешеһе уны үҙенең телефонына яҙҙырып алып, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар, янғындар, сүплектәр, законһыҙ таш сығарыусылар тураһында тәғәйен урындарын күрһәтеп хәбәр итә ала.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға