«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Краснодар» артынан «Спартак» та мәсхәрәгә алды



30.08.2019 «Краснодар» артынан «Спартак» та мәсхәрәгә алды

Футбол буйынса Европа лигаһының һуңғы квалификацион осрашыуында Рәсәй клубы Португалияның «Брага» командаһын ҡабул итеп, уларға 1:2 иҫәбенә отолдо һәм ике уйын һөҙөмтәһе буйынса төркөм бәйгеһенә сыға алманы.
Шулай итеп, Европа лигаһының төркөм уйындарында Рәсәйҙән ЦСКА менән «Краснодар» футболсылары сығыш яһаясаҡ. Бөгөн уларҙың йәрәбәһе уҙасаҡ. Ә инде Чемпиондар лигаһында беҙҙән «Зенит» менән «Локомотив» һынау тота. Кисә уҙған уларҙың йәрәбә һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй чемпионы үҙ төркөмөндә «Бенфика» (Португалия), «Лион» (Франция) һәм «РБ Лепциг» (Германия) клубтары менән көс һынашһа, «Локомотии» иһә «Ювентус» (Италия), Атлетико» (Испания) һәм «Байер» (Германия) командалары менән уйнаясаҡ.
Беренсе осрашыуҙар 17 – 18 сентябрь ҡаралған.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға