«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының маҡсаттары ҙур



30.08.2019 "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының маҡсаттары ҙур

Был милли проект буйынса республикала ғәмәлгә ашырылыусы бер нисә проект бар.

Улар: «БР-ҙа агросәнәғәт продукцияһын экспортлау», «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан автомобиль һәм авиация аша йөк ташыуҙы үҫтереү», «БР-ҙа хеҙмәт күрһәтеү экспортын үҫтереү». Проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн 4,92 миллиард һум бүленә.

"Йылдың иң яҡшы экспортеры" конкурсын үткәреү ҙә күҙаллана.

Өфөлә иһә "Экспортларға ваҡыт" тигән Халыҡ-ара экспорт форумы үткәреү ниәте бар.

Хеҙмәт күрһәтеү проектына ярашлы, социаль һәм балалар туризмын үҫтереү ҙә күҙ уңында тотола.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға