«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин дүрт ил етәксеһе ҡатнашлығында саммит үткәреүҙең мөһимлеген белдерҙе



30.08.2019 Владимир Путин дүрт ил етәксеһе ҡатнашлығында саммит үткәреүҙең мөһимлеген белдерҙе

Кисә Рәсәй Президентына Көнбайыштан шылтыраттылар.

Германия канцлеры Ангела Меркель инициативаһы менән ике арала телефон аша һөйләшеү булды.

Яҡтар мөһим һәм хәл итеүҙе тиҙләтеү кәрәккән мәсьәләләр тураһында әңгәмәләште. Украиналағы хәл-торошто яйлау, бындағы эске конфликтты хәл итеү перспективалары ҡаралды.

Владимир Путин менән Ангела Меркель "норманд форматы"нда дүрт дәүләт етәкселегенең берлектә эш алып барыуы билдәләнде. Йәғни Украина көрсөгөн бөтөрөүҙә Рәсәй, Украина, Франция һәм Германия ҡатнаша.

Рәсәй Президенты ошо дүртәүҙең сираттағы саммитын ойоштороуға етди әҙерләнеүҙең мөһимлеген билдәләне.

Әңгәмәлә шулай уҡ Сүриәләге хәл-торошҡа, Ливия проблемаһына ла, Ирандың ядро программаһына бәйле мәсьәләләргә лә туҡталдылар.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға