«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡоштар һөжүменә ҡаршы яңы системаны кем төҙөр?



29.08.2019 Ҡоштар һөжүменә ҡаршы яңы системаны кем төҙөр?

15 августа Мәскәү өлкәһендәге кукуруз баҫыуына төшкән самолет тураһында ишеттек, һәләкәт була яҙыу сәбәбен асыҡланыҡ, 226 ғүмерҙе ҡотҡарған пилоттарҙың Рәсәй Геройы булып китеүен белдек, хәҙер иһә самолеттарға һөжүм яһаусыларҙан ҡотолоу сараһын күрергә ваҡыт етте.

Рәсәйҙең Транспорт министрлығы аэропорттарҙы орнитология хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү системаһын эшләүгә федераль бюджеттан 5,6 миллион һум бүлеү мөмкинлеген ҡарай.

Система ғилми-тикшеренеү эштәре үткәреп кенә булдырыла, әлбиттә. Был йәһәттән билдәле тәжрибәләр ҡулланыласаҡ, шундай системаның сит илдәрҙә нисек эшләүе тикшереләсәк, яңы технологиялар индереләсәк.

Орнитология тигәндә, ҡоштарҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Уларҙың самолеттарға бәрелеүе йә двигателгә эләгеүе тәүгә түгел. Фажиғә булғанын көтөргә ярамай.

Тик әлеге яңы система ҡанатлыларға үлемесле булмаһын ине. Ҡурҡытҡыс-өркөткөс берәй нәмә уйлап тапһындар. Юҡһа, беҙҙекеләргә ышанһаң, ҡоштарҙы ҡыра торғанын да эшләрҙәр...






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға