«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәләм, студент, бына һиңә матай!



29.08.2019 Сәләм, студент, бына һиңә матай!

Сентябрь башында Өфөлә Йәштәр көнө билдәләнә.

6 һәм 7 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙанында үткән күңелле сарала брейк-данс буйынса чемпионат, Йәйге КВН кубогы, дискотека, концерт һ.б.буласаҡ. ВИА "Чаппа" төркөмө - сараның ҡунағы.

7 сентябрҙә "Сәләм, студент!" байрамы ойошторола. 18.00 сәғәттән алып 22.00-гә тиклем дәртле концерт ҡараясаҡһығыҙ.

Иң шәбе нимә, беләһегеҙме? Бүләккә - матай! Уның тап һүрәттәгесә булмауы ла бар. Әммә бер студентты (егетме, ҡыҙмы - айырма юҡ) бәхетле итәсәк шундай приз.











Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға