«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй спортсыларына флаг менән гимн ҡайтарылды



29.08.2019 Рәсәй спортсыларына флаг менән гимн ҡайтарылды

Киләһе йыл Японияла буласаҡ Йәйге Олимспия уйындарында Рәсәй еңелатлеттары үҙ флагы һәм гимны аҫтында сығыш яһаясаҡ.
Белеүегеҙсә, Халыҡ-ара еңел атлетика федерацияһының ассоциацияһы беҙҙең спортсыларҙы тыйылған преппарат ҡулланыуын күҙ уңында тотоп, 2015 йылдан ярыштарҙан ситләтте. Шуға ла 2016 йылда уҙған Олимпия уйындарында беҙҙекеләр бөтөнләй ҡатнашманы. Һирәктәре генә нейтраль флаг аҫтында халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашырға хоҡуҡлы булды.
Һәм бына ниһайәт, Рәсәй спортсыларына йәшел юл асылды. Хәҙер улар тулы хокуҡлы булараҡ, үҙ кейеме, флагы һәм гимны аҫтында ярышасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға