«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Актер Александр Семчев 100 килоға ябыҡҡан!



29.08.2019 Актер Александр Семчев 100 килоға ябыҡҡан!

Театр һәм кино йондоҙо Александр Семчев 100 килоға ябыҡҡан!
Тамашасыларҙың яратҡан актеры Александр Семчевтың ауырлығы 190 килоға еткән булған. Ул, барлыҡ ихтыяр көсөн йыйып, бер центнер артыҡ ауырлығын ташлай алған.
Үтә ауыр кәүҙәле кешеләр үҙ аллы ябығырға тейеш түгел, быны табип күҙәтеүе аҫтында эшләргә кәрәк, тигән актер.

Рәсәйҙә һуңғы биш йылда һимеҙҙәр һаны 1,5 тапҡырға артҡан. Әлеге ваҡытта рәсми сығанаҡтарға ҡарағанда 2 миллион самаһы кеше һимереүҙән ыҙа сигә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға