«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатын-ҡыҙҙар иғтибарына!



28.08.2019 Ҡатын-ҡыҙҙар иғтибарына!

Энергияғыҙ ташып торамы? Шулай булһа – шәп! Ә бына хәлегеҙ мөшкөлләнеп китһә, беләһегеҙме нимә сәбәпсе? Бәлки, түбәндәгеләрҙер.

Белгестәр (уларҙың аныҡ ҡына кем икәне әйтелмәгән) гүзәл заттың энергияһын урлаусы 9 нәмәне асыҡлаған.

Насар йоҡо

Тәүлегенә һигеҙ сәғәт йоҡлау – ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәт һәм матур булыуының нигеҙе.
Хроник рәүештә йоҡо туймау беҙҙе псих һәм истеричкаға әйләндереүе бар. Етмәһә, туйғансы йоҡлай алмаһаң, тиҙ ҡартаяһың.

Аяғөҫтө ашау

Фастфуд – ҡыҙҙарҙың дошманы. Онотмағыҙ! Ашыҡ-бошоҡ, ҡабалан-ҡарһалан ашауҙан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Лутсы ултырып, яҡшы сифатлы, файҙалы ризыҡ ашау.

Яратҡан эш булмауы

Эшләйһең икән, уны күңел һалып башҡарырға кәрәк. Исмаһам, бер бөртөк булһа ла хоббиғыҙ бар икән, был яҡшы. Ижадҡа ынтылығыҙ. Ашты ла яратып бешерергә кәрәк.

Элекке йәрҙәрегеҙҙең фотолары (әйберҙәре)

Булған – бөткән йә үпкән-ҡосҡан – елгә осҡан, тиҙәрме әле? Һеҙ ҙә үткәнгә йәбешеп ятмағыҙ. Китаптың да бит яңы битен асыр өсөн береһен ябырға тура килә. Үткән үткәндә ҡала, нишләйһең.

Ғәйбәт

Энергияны һурыусы иң ҙур нәмә. Ғәйбәт һөйләү һеҙҙе артҡа һөйрәй, бәхетһеҙ итә. Телегеҙ ярамаған нәмә һөйләй икән, аурағыҙ ҙа бысрана. Үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе был бысраҡлыҡтан һаҡлағыҙ.

Социаль селтәргә бәйлелек

Теләһә ниндәй бәйлелек тә кешенең көсөн ала. Һәр нәмәлә сама белегеҙ.

Үҙегеҙҙе ғәйепле итеп тойоу

Әгәр ысын ғәйебегеҙ булмаһа, етте һеҙгә үҙегеҙҙе ҡорбан итеү. Һәр ҡатмарлы хәлдән сығыу юлы бар. Ғәйебегеҙҙе таныу яҡшы, әлбиттә. Әммә бар негативта һеҙҙең генә ғәйеп булыуы мөмкин түгел. Үҙегеҙҙе позитивҡа көйләгеҙ.

Татлыны күп ашау

Тәмлекәстәр – беҙҙең ысын дошман. Был һүҙгә ышанғығыҙ ҙа килмәҫ, бәлки. Әммә тап шулай ул. Шәкәр тиренең тонусын кәметә, һимертә, аш һеңдереүҙе боҙа, организмда серотонин эшләүгә ҡамасаулай. Һуңғыһы етмәһә, депрессияға дусар булыуыңды көт тә тор.

Бөтә нәмәне контролләү

Һәр кемгә оҡшар ине ул командир булыу. Тик был мөмкин түгел. Кәрәкмәй ҙә. Барыбер барыһын да контролләп бөтә алмаясаҡһығыҙ. Донъяның кешеһе лә, эше лә, башҡаһы ла күп. Һеҙҙең ҡанат аҫтына һыймай. Һаулығығыҙҙы, нервығыҙҙы ғына әрәм итерһегеҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға