«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йорт эсен ҡиммәтле күрһәтеүсе 6 әйбер



28.08.2019 Йорт эсен ҡиммәтле күрһәтеүсе 6 әйбер

Кеше өйөн биҙәргә ярата. Үҙенсә уңайлы ғына интерьер эшләй. Ҡайһы бер нәмәләр йортто бай һәм стилле күрһәтә икән.

Ҡарағусҡыл төҫтәрҙәге ағас

Әлбиттә, ундай йыһаз бүлмәне ҡараңғылатыуы ла бар, әммә классик интерьерға бик ярап ҡала. Кем әйтмешләй, модалы һәм ҡиммәт.

Яҡтылыҡ

Өлкәндәр хәтерләйҙер әле: совет заманында гәлсәр люстра өйҙөң иң матур әйбере ине. Люстранан тыш та яҡтылыҡ яһарға була. Бөгөн дизайнерҙар утты ҡайҙа ғына ҡуймай?! Бәләкәй-бәләкәй лампочкалар айырым бер йыһазға ла эленә ала.

Принт (биҙәү әйберҙәре)

Уның сәскәле орнамент, ҡатмарлы геометрик фигура, күләмле 3D һүрәт булыуы мөмкин. Төрлө төҫ, композиция, текстура дизайнды стилле күрһәтә.

Ҡорған (тәҙрә ҡормалары)

Бында иң мөһиме – ҡалын структура һәм дөрөҫ оҙонлоҡ. Шундай ҡормалар түшәмде бейек күрһәтә, бүлмәне киңәйтә.

Ваҡ-төйәк деталь

Тик арзанлы теләһә нимә алмағыҙ. “Изюминка”лы берәй әйбер булһын. Үҙегеҙ эшләгән лампа, картина йә күркәм торшер.

Тәртип

Һеҙҙең өй эсен хет ниндәй заманса дизайнер биҙәһен, әгәр унда тәртип булмаһа, бүлмә барыбер насар күренәсәк. Һәр нәмәнең үҙ урыны булырға тейеш.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡыйбатлы күренгән интерьер ул – таҙа һәм тәртип булған интерьер.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Юлай КӘРИМОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға