«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туп-тура рейс



28.08.2019 Туп-тура рейс

Өфөнән был илгә юл ҡыҫҡарырға самалай.

Тиҙҙән Израилгә тура рейс асыла. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Израилдең Рәсәйҙәге илсеһе Гарри Корен менән осрашҡайны. Улар самолет рейсы хаҡында ла һөйләште.

Был йүнәлеш беҙҙең республикаға инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән дә, туризм тармағында ла ҡулай буласаҡ.

Әйткәндәй, Израиль менән тауар әйләнеше былтыр яҡынса 2 млн долларға еткән. Был күрһәткесте үҫтереү потенциалы бар.

Әйҙә, осһон ике арала самолеттар. Бер нисә йыл элек Тель-Авивҡа Өфөнән тура самолет бар ине ул.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға