«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташыбыҙ Ворлдскилста миҙал яуланы



28.08.2019 Яҡташыбыҙ Ворлдскилста миҙал яуланы

Башҡортостандан Илмир Сәйетбатталов Ҡазанда уҙған 45-се Ворлдскилс чемпионатында “Юғары оҫталыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Сығышы менән Хәйбулла районынан булған Илмир Сибай күп профилле һөнәри колледж студенты.


Ул “Ташты эшкәртеү” йүнәлешендә Франция, Австрия һәм Ҡытай студенттарынан ҡалышып, дүртенсе урын алды.
Кисә “Ҡазан – Арена”ла эшсе һөнәрҙәр чемпионатын ябыу тантанаһы уҙҙы. Сараға ил Президенты Владимир Путин да килде. Ул Рәсәйҙең йәш профессионалдар йыйылма командаһы һәм Ворлдскилс Интернейшнл президенты Саймон Бартли менән осрашты.
Ойоштороусылар матур программа әҙерләгән, концертта Леван Горозия, Димаш Кудайберген, Zventa Sventana, BRIO SONORES, LOBODA һәм Филипп Киркоров кеүек артистар ҡатнашты.

Чемпионатта Рәсәй командаһы 22 миҙал яуланы. Уларҙың 14-е – алтын, дүртәр көмөш һәм бронза, 25 оҫталыҡ өсөн миҙалдар. Беренсе урында – Ҡытай, икенселеккә Көньяҡ Корея командаһы сыҡты. Барлығы 56 һөнәр буйынса 63 ил һәм төбәктән 1300-ҙән ашыу конкурсант ҡатнашты.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға