«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Салауат Юлаев» чемпионатҡа әҙер



28.08.2019 «Салауат Юлаев» чемпионатҡа әҙер

«Салауат Юлаев» хоккейсылары оҙаҡламай башланасаҡ сираттағы КХЛ беренселеге алдынан «Автомобилист» клубы менән дуҫтарса осрашыу уҙғарҙы.
Улар осрашыу барышында ҡунаҡтарға 0:3 иҫәбенә отола килеп, уйынды ҡотҡарып ҡала һәм буллит серияһында еңеү яулай. Голдарҙы юлаевсыларҙан ике тапҡыр Умарк һәм берәрҙе Хартикайнен менән Бурмистров индерә. Быға тиклем өфөләр «Нефтехимик»ты 4:1 иҫәбенә отҡайны.
Чемпионат 1 сентябрҙә старт ала. «Салауат Юлаев» уйынсылары беренселекте 3 сентябрь Ҡытайҙа урындағы команда менән башлаясаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға