«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Чемпиондар лигаһына иртәрәк әле...



28.08.2019 Чемпиондар лигаһына иртәрәк әле...

Футбол буйынса Чемпиондар лигаһы квалификацион сорашыуының икенсе уйынында ла «Краснодар» командаһы дүғүәсеһен алдыра алмай бәйгенән төшөп ҡалды.
Улар үҙендә Грецияның «Олимпиакос» клубына 1:2 иҫәбенә отолдо. Беренсе осрашыуҙа 4:0 иҫәбенә еңелгәйне.
Шулай итеп, Рәсәй командаһы төп бәйгегә сыға алмай, юлын Европа лигаһында дауам итәсәк. Уның төркөм дәғүәселәре оҙаҡламай буласаҡ йәрәбәнән һуң билдәле буласаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға