«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Логинов йүгерәсәк



27.08.2019 Логинов йүгерәсәк

Яңыраҡ Рәсәй биатлонсылар союзы билдәле спортсы Александр Логинов менән уртаҡ фекергә килеп, үҙ-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Билдәле булыуынса Логинов етәкселектең ҡарарҙары менән килешмәй, ошоғаса килешеүгә ҡул ҡуймай йөрөнө. Шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы составынан Дмитрий Малышко, Матвей Елисеев һәм яҡташыбыҙ Антон Бабиков та Логинов яҡлы булып, биатлонсылар союзының тәҡдим иткән килешеүҙәренә ризалығын белдермәне. Шулай ҙа улар һуңынан ҡул ҡуя, ә команда лидеры ҡарарын үҙгәртмәй. Һәм бына ниһайәт, улар килешәләр.
Александр Логинов команда лидеры булараҡ, уҙған миҙгел донъя кубогы этаптары һөҙөмтәһе буйынса икенсе урын яулай. Шулай уҡ ул донъя чемпионатының өс тапҡыр еңеүсеһе лә булып һанала.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға