«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Серена Уильямс - Мария Шарапова - 20:2



27.08.2019 Серена Уильямс - Мария Шарапова - 20:2

Теннис буйынса АҠШ-тың асыҡ беренселегендә Рәсәй тенниссыһы Мария Шарапова беренсе әйләнештә үк билдәле Серена Уильямсҡа 6:1, 6:1 иҫәбенә ҡыйралды.
Осрашыу бары 59 минут дауамында уҙа. Серена инде Мария менән осрашҡанынан алып, уны 20-се тапҡыр ота. Шарапова иһә уны ике генә тапҡыр еңә.
"Ҙур иҫәпкә отолғандан һуң, күптәр моғайын, минән ситкә боролор... Тик мин әле уйнауҙан туймағанмын. Көсөмдөң әле барлығын тоям, шуға күрә спорттан китергә ашыҡмайым", - тине сығышынан һуң, Шарапова.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға