«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иҫерек олатаһы ейәнен йөҙөргә өйрәтәм тип батырған



27.08.2019 Иҫерек олатаһы ейәнен йөҙөргә өйрәтәм тип батырған

Ғәҙәттә, балалар өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында һыу ҡорбаны була. Ә Алтайҙа сәстәр үрә торорлоҡ киреһенсә хәл булған – олатаһы ейәненә үҙенсә “күнекмәләр” яһатып, күҙ алдында малайҙы батырып үлтергән.


Комсомольский ҡасабаһында йәшәүсе олатаһына 7 йәшлек малай ҡунаҡҡа килә. Тамаҡ сылатып алған бабайҙың башына “шәп” уй килә – баланы йөҙөргә өйрәтергә.

Ошо маҡсат менән ул ейәнен һыу буйына эйәртә. Баланы кәмәгә бау менән бәйләп ҡуя һәм йылға уртаһына алып китә. Тәрән урынға еткәс, малайҙы кәмәнән алып ырғыта. Йәнәһе, ошо рәүешле ул йөҙөргә өйрәнәсәк. Был хәл бер-нисә тапҡыр ҡабатлана. Тик аңғармаҫтан кәмә ... түңкәрелә. Уға ҡуша бәйләнгән малай һыу аҫтына китә. Ә иҫерек олатаһы уны ҡотҡара алмай.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға