«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бауырында олоғара шеш булған



27.08.2019 Бауырында олоғара шеш булған


Өфө табиптары 40 йәшлек иргә бауырындағы олоғара шештән арынырға ярҙам иткән. Ауырыу уң яҡ ҡабырғаһы аҫтында даими ауыртыуға зараланып, табиптарға мөрәжәғәт иткән. УЗИ аппаратында тикшереү-үткәргәндән һуң, бауырының һул яҡ өлөшөндә ҙур гемангиома булыуы асыҡлана. Уны дауалауҙың берҙән-бер ысулы – операция менән шеште алып ташлау. Өфө ҡалаһы Дим районының 3-сө ҡала дауаханаһы табиптары был яуаплы бурысты үҙ өҫтөнә ала. Әйткәндәй, бындай ҡатмарлы операцияны уларға тәүге тапҡыр эшләргә тура килә. Шуға ҡарамаҫтан барыһы ла уңышлы тамамлана. Әлеге ваҡытта ауырыуҙың сәләмәтлегенә ҡурҡыныс янамай.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: РКЦ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға