«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кемгә чек-лист тапшырылды?



27.08.2019 Кемгә чек-лист тапшырылды?

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдереүҙәренсә быйыл республикала яңы уҡыу йылында мәктәпкә 487 737 уҡыусы барасаҡ. Шуларҙың 55 меңдән ашыуы - беренсе класҡа.

Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин 21 мәктәп сафҡа индерелеү сәбәпле, икенсе сменала эшләгән мәктәптәрҙең кәмеүе хаҡында ла белдерҙе. Барлыҡ 1310 мәктәптә лә яңы уҡыу йылына әҙерлек тикшерелгән. Быйыл тәүгә уҡыу учреждениеһы директорҙарына чек-лист тапшырылған. Унда 1 сентябргә мотлаҡ бөтөрөлөргә тейешле етешһеҙлектәр исемлеге яҙылған.

Әлегә был юҫыҡта эштәр тағы бер тапҡыр тикшерелеп, яңы уҡыу йылы башланғанға тиклем янғын хәүефһеҙлеге, санитар ҡануниәтте боҙған етешһеҙлектәр бөтөрөлөүе асыҡланған.

Шулай уҡ мәктәптәрҙә террорға ҡаршы хәүефһеҙлек булдырыу кимәле лә билдәле. Быйыл 100 процент мәктәп һаҡ хеҙмәте, тиҙ саҡырыу (экстренно) пульттары (төймәләре) менән тәьмин ителгән. 89 процентында видеокүҙәтеү бар.

Санитар ҡағиҙәләр буйынса иң төп эштәрҙең береһе - мәктәптәрҙә тыштағы бәҙрәфтәрҙе бөтөрөп, бина эсендә урынлаштырыу. Был эшкә республика ҡаҙнаһынан 161 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. 594 мәктәптә йылы бәҙрәф ҡуйырға кәрәк ине. 22 авгусҡа ҡарата 121-ендә эштәр тамамланған, 381-ендә дауам итә, тағы бер нисәүһендә материалдар алына.

1 сентябргә Хәйбулла, Благовещен, Йылайыр (ете мәктәптә), Мишкә (26 мәктәптә), Благовар райондарында йылы бәҙрәфтәр әҙер булмауы ла ихтимал.
- Эшләгеҙ, һыуыҡтар еткәнсе балаларға йылы бәҙрәф әҙер булырға тейеш, - тине Радий Хәбиров.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға