«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Станислав Черчесов Жирковҡа һаман мохтаж кисерә



26.08.2019 Станислав Черчесов Жирковҡа һаман мохтаж кисерә

Оҙаҡламай футбол буйынса 2020 йылда буласаҡ Европа чемпионатының һайлап алыу төркөм уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы Шотландия менән Ҡаҙағстан уйынсылары менән осрашасаҡ.
Башта улар,6 сенябрь Глазгола уйнаһа, 9-ы Калининградта ҡаҙаҡтарҙы ҡабул итәсәк. Команданың баш тренеры Станислав Черчесов әҙерлек эштәрен башлап, күнекмәләргә 26 футболсыны саҡырҙы.
Ҡапҡасылар: Маринато Гилерме («Локомотив»), Сослан Джанаев («Сочи»), Андрей Лунев («Зенит»).
Һаҡсылар: Максим Беляев («Арсенал»), Георгий Джикия («Спартак»), Юрий Жирков («Зенит»), Вячеслав Караваев («Витесс»), Федор Кудряшов («Сочи»), Роман Нойштедтер («Динамо»), Сергей Петров («Краснодар»), Андрей Семенов («Әхмәт»), Марио Фернандес (ЦСКА).
Ярымһаҡсылар: Ильзат Әхмәтов (ЦСКА), Зелимхан Бакаев, Роман Зобнин (икеһе лә — «Спартак»), Дмитрий Баринов, Алексей Миранчук, Антон Миранчук (бөтәһе лә — «Локомотив»), Александр Головин («Монако»), Александр Ерохин, Магомед Оздоев (икеһе лә — «Зенит»), Алексей Ионов («Ростов»), Денис Черышев(«Валенсия»).
Һөжүмсмеләр: Артем Дзюба («Зенит»), Николай Комличенко(«Млада Болеслав»), Федор Смолов («Локомотив»).
Әлегә Рәсәй командаһы дүрт уйындан һуң туғыз мәрәй яулап, Бельгиянан өс мәрәйгә ҡала - икенсе.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға