«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорттар китте һуғышҡа...



26.08.2019 Башҡорттар китте һуғышҡа...

Беҙҙең башҡорт халҡын, һуғышсан халыҡ, тип беләләр. Яугир, илһөйәр, илһаҡлар, тип тә өҫтәргә була.

Тарихты байҡаһаҡ, беҙҙең яугирҙар ҡайҙа ғына булмаған да, илде кемдән генә һаҡламаған?!

Аныҡ даталар менән дауам итеп тормаһаҡ та була. Ҡаһарман һалдаттар тураһында йырҙар, легендалар, романдар, башҡа ижади эштәр етерлек. Шундайҙарҙың береһе - генерал Шайморатовҡа арналған йыр.

Кем социаль селтәрҙәрҙә әүҙем "ултыра", шулар белә - әле "Шайморатов генерал" (Ҡадир Даян һүҙҙәре, Заһир Исмәғилев музыкаһы) йыры буйынса видео-флешмоб дауам итә.

Өфө халҡына ла флешмобҡа ҡушылырға мөмкинлек буласаҡ. 7 сентябрҙә (теүәл ваҡытын хәбәр итербеҙ) баш ҡаланың Совет майҙанында легендар генералдың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы үтәсәк тантанала йырҙы күмәкләп йырлаясаҡбыҙ. Һәм бер һынды хасил итеп теҙеләсәкбеҙ.

Уның нимәнән ғибәрәт булыуын осар ҡоштар бейеклегенән һәм БСТ каналынан күрергә мөмкин буласаҡ, ти ойоштороусылар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға