«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үбешер өсөн махсус урын булдырылды



26.08.2019 Үбешер өсөн махсус урын булдырылды

Нимә генә уйлап сығармайҙар. Бына ошо арала Өфөлә ҡыҙыҡ ҡына урын хасил булды.

Яп-ябай: һөйгәнең менән кил дә, тор ҙа үбеш. Баш ҡаланың "Арт-Квадрат" үҙәгендә "Үбешеү" тигән "йәнле" скульптура урыны ҡуйылды. Урын, тибеҙ. Сөнки ул ҡара-ҡаршы торған ике пар аяҡ эҙенән ғибәрәт.

Идея авторы Андрей Панов. Бындай объект тиҙҙән Питерҙа һәм Туринда ла буласаҡ, тәүгеһе Өфөлә, тимәк.

Беҙҙәге "Үбешеү"ҙе асыу тантанаһында Рәсәй архитекторҙар союзы башлығы Николай Шумаков ҡатнашты.

Был урынды төрлө кеше төрлөсә ҡабул итте, шикелле. Берәүҙәр, ай-ййй, ҡалай уңайлы, тиһә, икенселәр, фу-уу, тапҡандар эш, тип тел шартлатты. Аһа, размеры тура килмәһә, нишләргә, тиеүселәр ҙә табылған, имеш.

Хәҙер ошонда селфи эшләргәме, фотоға төшөргәме килеүсе парҙар һаны бермә-бер артыр әле.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Администрация Уфы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға