«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пенсионерҙар һәм пенсияға сығырға әҙерләнеүселәр иғтибарына!



26.08.2019 Пенсионерҙар һәм пенсияға сығырға әҙерләнеүселәр иғтибарына!

Был мәғлүмәт башлыса Өфөлә йәшәүселәргә файҙалы буласаҡ.

29 августа баш ҡаланың Мәшғүллек үҙәгендә (Центр занятости) вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк.

Пенсионерҙар һәм пенсияға сығыу йәше етеп килгәндәр үҙенә ҡулайлы эш таба ала.

Бында һаҡсы, горничная, курьер, кондуктор, кухня эшсеһе, ашнаҡсы, иғлан йәбештереүсе, балта оҫтаһы, сантехник, электрик кеүек һөнәрҙәргә эш урындары тәҡдим ителә.

Шулай уҡ компьютерҙа эшләй белеүегеҙҙе тикшереп ҡарай алаһығыҙ. Һөнәрҙәр буйынса консультация ла биреләсәк.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға