«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡырымда миллиондарға лайыҡ булдылар



26.08.2019 Ҡырымда миллиондарға лайыҡ булдылар

Билдәле "Арғымаҡ" төркөмө лидеры Ринат Рамаҙанов үҙенең шатлығы менән "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә уртаҡлашты.

Ринат видеояҙмала ҡулына берәр миллион һумлыҡ ике сертификат тотоп тора. Тимәк, төркөм бик шәп проекттары өсөн ике миллион һумлыҡ грант отҡан! Афариндар!

Музыканттарыбыҙ Ҡырымға "Таврида" фестиваленә юлланғайны.

"Урррраааааа!!!!! Аллаға шөкөр! Выиграли 2 гранта по миллиону! Огромное спасибо нашему руководству за поддержку в поездке на такое крутое событие в сфере искусства, Министру культуры РБ @amina_shafikova_rb и директору нашей филармонии Айдар Хизбулловичу @filarmoniya_ufa ну и конечно же Росмолодежи @rosmolodez за возможность представить свои проекты великолепным экспертам! Эмоции переполняют! Мы искренне верили, что в наших юбилейный проектах где в основе выдающиеся предки Зайнулла Расулев и 100 летие Башкортостана, Шаймуратов генерал и 120 летие со дня его рождения, Урал батыр и многовековая история башкирского народа не могли не выиграть!" - тип яҙған Ринат Рамаҙанов.

Быйыл фестиваль гранттарына 500-ләп кеше ғариза яҙған булған. шуларҙың 130-ы төрлө кимәлдә еңеү яулаған.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға