«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ирҙәр етмәй бит...



26.08.2019 Ирҙәр етмәй бит...

Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда күберәк. Был әллә ҡасан уҡ билдәле. Шулай ҙа көслө зат күп булған ер ҙә бар икән.

Беҙҙең илдә ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙән 2036 йылға тиклем күберәк буласаҡ. Шулай фаразлағандар. Артабан нисегерәк булыр? Әле мең ир затына 1154 ҡатын-ҡыҙ тура килә. 2036 йылға - 1000-гә 1128.

Башҡортостанда иһә мең иргә 1132 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә.

Рәсәйҙә Чукоткала ғына ир-егеттәр күберәк. Унда мең иргә 956 ғына гүзәл зат тура килә икән. Әллә һылыуҡайҙар һыуыҡтан ҡурҡамы? Тиҙҙән Камчаткала ла ҡатын-ҡыҙҙар әҙәйәсәк, тигән фараз бар.

Ә дөйөм алғанда, ҡатын-ҡыҙҙың ир-аттан күберәк булыуы ирҙәр үлеме менән бәйле. Сөнки көслө зат иртәрәк үлә.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға