«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ковалевҡа дүрт алыш ҡалды



26.08.2019 Ковалевҡа дүрт алыш ҡалды

Рәсәй профессионал бокссы Сергей Ковалев WBA версияһы буйынса ярымауырлыҡ категорияһында донъя чемпионы титулын һаҡлап ҡалды.
Ул Силәбелә уҙған алышта Англия спортсыһы Энтони Ярдты 11-се раундта нокаутҡа ебәреп, еңеү яуланы. Беҙҙең 36 йәшлек бокссы өсөн был еңеү карьераһында 34-се булһа, 27 йәшлек дәғүәсеһе өсөн тәүге еңелеү.
Ошо уңыштан һуң Ковалев карьераһын тамамлар алдынан тағы дүрт алыш үткәрәсәген белдерҙе.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға