«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Экология” милли проектының иң мөһим маҡсатлы күрһәткесе алтау



26.08.2019 “Экология” милли проектының иң мөһим маҡсатлы күрһәткесе алтау

Беләһегеҙ, беҙҙең илдә барлығы 12 милли проект ғәмәлгә ашырыла. Шулар араһында “Экология” проекты ла ҙур урында тора.

Беренсенән, Башҡортостанда ҡалдыҡтар менән һөҙөмтәле идара итеү (ҡала янында асыҡланған рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе ликвидациялау менән бер рәттән).

Икенсенән, рөхсәтһеҙ урынлашҡан бөтә сүплекте, айырыуса хәүефлеләрен юҡ итеү.

Өсөнсөнән, эсәр һыу сифатын күтәреү (шул иҫәптән үҙәкләштерелгән һыу үткәргестәр булмаған тораҡ пункттарҙа ла).

Дүртенсенән, 2024 йылға экология реабилитацияһы һәм тергеҙеү иҫәбенән республикала майҙаны 30,5 гектарҙан да әҙ булмаған кәмендә бер һыу объектын һаҡлап ҡалыу.

Бишенсенән, республикала биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Алтынсынан, һауа таҙалағын һаҡлау буйынса яңы технологиялар индереү, автотранспортты газ яғыулығына күсереү, автоматлаштырылған мониторинг системаһын үҫтереү иҫәбенә атмосфера таҙалағы сифатын тәьмин итеү.

“Экология” милли проектына ярашлы, беҙҙә тағы ла ете проект ғәмәлгә ашырыла. Проектҡа бөтәһе 45,11 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға