«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Өфө” командаһы тарихи еңеү яуланы



25.08.2019 “Өфө” командаһы тарихи еңеү яуланы

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселегенең етенсе турында “Өфө” командаһы чемпионат лидеры - “Зенит” клубын 1:0 иҫәбенә еңеп, тарихи уңышҡа өлгәште.
Санкт-Петербург уйынсылары иһә быйылғы беренселектә тәүгә еңелеү кисереп, лидерлыҡ позицияһын юғалтты. Ғөмүмән, Вадим Евсеев тәрбиәләнеүселәре быға тиклем дә икенсе бер лидерҙарҙың береһе - “Ростов”ты ла 2:0 иҫәбенә отоп, күптәрҙең маҡтауына лайыҡланғайны. Һуңғы ике осрашыуҙа ике эшлекле еңеү яулап, беҙҙекеләр 10 мәрәй менән турнир таблицаһының туғыҙынсы баҫҡысына күтәрелде. Афарин!
Киләһе турҙа улар “Ырымбур” менән уйнаясаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға