«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Виктор Ан Питерҙағы фатирын һата



24.08.2019 Виктор Ан Питерҙағы фатирын һата

Көньяҡ Корея спортсыһы, 2011 йылдан Рәсәй гражданлығын алып, беҙҙең ил өсөн сығыш яһаған Виктор Ан Санкт-Питербургтағы фатирын һатырға булды.
Сочиҙағы уңышлы Олимпия уйындарындағы һөҙөмтәһенән һуң, уға Рәсәй хөкүмәте бүләк иткәйне. Виктор Ан шорт-трек буйынса алты тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы булып һанала. Өсөһөн Көньяҡ Корея командаһы составында яулаһа, ҡалғанын беҙҙең ил өсөн. Карьераһын тамамлағас, беҙҙең илдә тренер булыр тип эшләр тип уйлағайнылар, әммә 33 йәшлек спортсы тыуған яғына ҡайтып китә. Яңыраҡ ҡабат беҙгә килеп, карьераһын дауам итмәксе булды.
Питерҙағы 100 кв.м. фатирын 12 миллион һумға ҡуйған, тигән хәбәр бар.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға