«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Спартак” та отолдо



24.08.2019 “Спартак” та отолдо

Европа лигаһының беренсе квалификацион осрашыуында “Спартак” футболсылары Португалияла “Брага” командаһы менән уйнап, уларға 1:0 иҫәбенә отолдо.
Хужалар икенсе осорҙоң 76-сы минутында иҫәпте асып, бәйгене еңеүгә алып барып еткерә. Әлбиттә, Рәсәй клубы өсөн оҙаҡламай буласаҡ икенсе үҙендәге яуап уйын алдынан был һөҙөмтә әллә ни ҡурҡыныс булмаһа ла, уйланырға сәбәп бар. Сөнки “Спартак” быға тиклем дүрт уңышлы осрашыу уҙғарғайны.
Шулай уҡ Чемпиондар лигаһының беренсе квалификацион осрашыуында ҡатнашҡан “Краснодар” ҙа Грецияла “Олимпиакос” уйынсыларына көтмәгәндә 4:0 иҫәбенә ҡыйралды.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға