«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Евгений Кузнецов кокаин ҡулланған...



23.08.2019 Евгений Кузнецов кокаин ҡулланған...

Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма комадаһының билдәле һөжүмсеһе, әлеге ваҡытта НХЛ-дың “Вашингтон Кэпитплз” клубында уйнап йөрөгән Евгений Кузнецов тыйылған преппарат ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, Халыҡ-ара хоккей федерацияһы исеменән ярыштарҙан дүрт йылға ситләтелде.
Уның ҡанында кокаин табылған.
“Мине яңыраҡ ҡаты язаға тарынылар. Нишләйһең инде, ғәйебемде таныным. Миңә ныҡ ҡыйын. Сөнки илемде, клубымды, ғаиләмде һәм дә командалаш иптәштәремде ауыр хәлгә ҡалдырҙым. Нисек кенә булмаһын киләсәктә үҙемдең ҡылығыма һығымта яһап, мотлаҡ үҙемде аҡлаясаҡмын”.
Кузнецов Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр донъя чемпионы һәм өс тапҡыр бронза миҙал призеры була. “Вашингтон Кэпитплз” составында Стэнли кубогын да яулай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға