«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң сифатлы һәм осһоҙ туңдырма « Һөт иле» фестивалендә тәҡдим ителәсәк



23.08.2019 Иң сифатлы һәм осһоҙ туңдырма « Һөт иле» фестивалендә тәҡдим ителәсәк


Иртәгә Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында « Һөт иле-2019» фестивале үтәсәк.Сараның маҡсаты- сәләмәт туҡланыу, һөт ризыҡтарын ҡулланыу мәҙәниәтен пропагандалау.
Ойоштороусылар байрамға килгән һәр кемде һөт менән ҡаршы аласаҡ. Республиканың һөт продукцияһын етештереүселәре үҙҙәренең тауарын тәҡдим итәсәк. Май, сыр, туңдырма, ҡуйыртылған һөт, ҡымыҙҙың иң яҡшыһын һәм осһоҙон алырға теләһәгеҙ, мотлаҡ «Һөт иле» фестиваленә килегеҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға