«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Салауат Юлаев” хоккейсыларының эш хаҡы өс тапҡырға артҡан



23.08.2019 “Салауат Юлаев” хоккейсыларының эш хаҡы өс тапҡырға артҡан

Ун йыл эсендә “Салауат Юлаев” хоккейсыларының эш хаҡы өс тапҡырға артҡан


Сама менән ун көндән “Салауат Юлаев” континенталь хоккей лигаһының 12-се миҙгелен Ҡытайҙа асып ебәрәсәк.

Белгестәр әйтеүенсә, беҙҙең команда хоккейсыларының хеҙмәт хаҡы һуңғы 10 йыл эсендә өс тапҡыр артҡан. Беренсе миҙгелдә “юлаевсылар”ға хеҙмәт хаҡы өсөн 553 миллион һум талап ителһә, былтыр 1,5 миллиард һум тотонолған. Ә “Автомобилист”арҙың – 6,5 тапҡырға! Икенсе урында Минск ҡалаһының “Динамо”һы (6,2), өсөнсө – ЦСКА (6).

Әйткәндәй, киләһе йылдан КХЛ-да иң күп эш хаҡы билдәләнәсәк – йылына 900 миллион һум. Был күрһәткесте арттырырға ярамаясаҡ.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға