«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сүп йыйыу һаман да яйға һалынмай әле



23.08.2019 Сүп йыйыу һаман да яйға һалынмай әле


Сүп-сар реформаһы башланылар, әммә алдан контейнерҙар алыу тураһында хәстәрлек күрмәнеләр. Ошо көнгәсә 15 мең контейнер алынған һәм 10 мең контейнер майҙансығы булдырылған. Тағы ла 20 мең һауыт кәрәк буласаҡ. Дыуан, Дүртәйлө, Благовар, Янауыл райондарында ҡыйҙы сортировкалау комплекстарын булдырыу күҙаллана.
Сүп-сар ташлау өсөн тәғәйен генә урындар булмағас, ауыл халҡы ла ғәҙәттәгесә элекке урындарға ҡый ырғытыу сараһын ҡарай. Төрлө график буйынса йөрөгән ҡалдыҡтар йыйыусы машиналарҙың графигы менән дә хәбәрҙәр түгел.
Ә һеҙ ҡыйҙы ҡайҙа ташлайһығыҙ?





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға