«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө аэропортында йөҙҙән ашыу пассажир тотҡарланған



23.08.2019 Өфө аэропортында йөҙҙән ашыу пассажир тотҡарланған

«Ред Вингс» авиакомпанияһы Өфөнән Мәскәүгә осҡан WZ-464 рейсын алты сәғәткә тотҡарлаған.


Таңғы етенсе яртыла осорға тейеш булған самолетты төшкө 12.50 сәғәткә күсергәндәр. Әлеге ваҡытта йөҙҙән ашыу пассажир осош көтә.

Баҡтиһәң, «Аэробус А320» самолеты ваҡытында Өфөгә килеп етмәгән. Уны тик 12.15 сәғәттә көтәләр.

Аэропорт ҡағиҙәләре буйынса, алты сәғәттән ашыу рейс көткәндәргә бушлай йылы аш һәм ҡунаҡхана тәҡдим ителергә тейеш.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға