«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡыусыларға 8800 һумлыҡ сертификат тапшырасаҡтар



23.08.2019 Уҡыусыларға 8800 һумлыҡ сертификат тапшырасаҡтар

Башҡортостанда һәр мәктәп уҡыусыһына 8800 һумлыҡ сертификат тапшыра башлаясаҡтар. Ошо документ менән һәр кем дәүләт бүлгән аҡса иҫәбенә мәктәптән тыш өҫтәмә дәрестәр аласаҡ.


Балалар төрлө уҡыуҙы һайлай ала – өҫтәмә белем биреү навигаторы каталогында күрһәтелгән барлыҡ түңәрәктәр һәм секцияларға йөрөү финанслана. Өҫтәмә белем биреү сертификаттары менән аҙ килемле ғаиләнән балалар ҙа бассейн, шахмат, робототехника һәм башҡа бик күп түңәрәктәргә йөрөй аласаҡ. Ата-әсәләргә был программала теркәлергә һәм электрон документты онлайн-режимда асырға кәрәк.

Республикала өҫтәмә белем биргән 207 ойошма эшләй. Уларға 5-17 йәшлек балаларҙың 78,5 проценты йөрөй.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға