«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ишембайға - 79!



23.08.2019 Ишембайға - 79!

Йондоҙсоҡ исемле матур ғына аттың бейегәнен күргегеҙ киләме? Килегеҙ ҙә күрегеҙ! Татьяна Носова үҙенең Йондоҙсоҡ исемле аты менән иртәгә, 24 август көнө, Ишембайҙа ҡала көнөндә сығыш яһаясаҡ.

Байрам саралары бик бай - Ишембай иртәнән-кискәсә гөрләп торасаҡ! Балалар коляскалары парады, сәскәләр парады, милли кейемдәр парады, "Автоледи" парады, этнокүргәҙмә, фотокүргәҙмә, футбол, акциялар, уйындар, конкурстар - барыһын да һанап та бөтөрлөк түгел.

Стәрлетамаҡ бейеү театры, Ишембай артистары, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Ғәзим Ильясов, Рәфис Ишбаев, Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Рамазанов, Салауат Мөхәмәтйәров, Илнур Һибәтуллин, Диана Ишниязова, Ильмира Юлдашева, Татьяна Мутафи, "Кино" һәм "Инь-Янь" төркөмдәренең сағыу сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ.

Байрам, әлбиттә, фейерверк менән тамамлана.

Байрамдың баш режиссеры Рәис Низаметдинов, баш хореографы Рөстәм Хәйруллин. Был ике талантлы кеше ең һыҙғанып тотонғас, байрам шәп үтә инде ул!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға