«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БДИ йәнә үҙгәрештәр кисерәсәк



22.08.2019 БДИ йәнә үҙгәрештәр кисерәсәк

Киләһе йылдан Берҙәм дәүләт имтихынан тапшырыу буйынса үҙгәрештәр индереләсәк.


Атап әйткәндә йәмғиәтте өйрәнеү, физика, рус теле, география, тарих һәм ҡытай теленән имтихандар үҙгәрәсәк. Мәҫәлән, мәсьәләләрҙә быға тиклем ике дөрөҫ яуап табырға кәрәк булһа, хәҙер дөрөҫ яуаптарҙың һаны сикләнмәйәсәк. Тағы мини-инша яҙыу алып ташланылды, уның урынына авторҙың фекерен формалаштырырға һәм аныҡларға кәрәк буласаҡ. Имтихандар араһында иң “йәше” – ҡытай теле иң күп үҙгәрештәр кисерәсәк. Улар “аудирование”, “уҡыу”, “яҙыу” өлөштәренә ҡағыласаҡ.

2019 йыл барышында БДИ системаһын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр менән күптәр мөрәжәғәт итте. Июндә ФИПИ директоры Оксана Решетникова, гуманитар фәндәрҙән уҡыусыларға интернет менән ҡулланырға рөхсәт итергәме, тип фекер йөрөттө. Был осраҡта имтихан электрон формала тапшырылырға тейеш буласаҡ.

Июлдә иһә РФ Дәүләт Думаһына алтын миҙаллы уҡыусыларҙың БДИ һөҙөмтәләренә 11 мәрәй өҫтәргә кәрәк, тигән закон проектын тәҡдим итеп маташтылар.

Рәсәйҙә быйыл ни бары ике уҡыусы барлыҡ имтихандарын 100 мәрәйгә тапшырып, 400 мәрәй йыя алды. 100 мәрәйлек эштәрҙең һаны, былтырғы менән сағыштырғанда, 557-гә артты.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға