«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баланы мәктәпкә әҙерләүгә аҡса биреүҙәре ихтимал



22.08.2019 Баланы мәктәпкә әҙерләүгә аҡса биреүҙәре ихтимал


1 сентябрь ҙә яҡынлаша. Ата- әсәләр был мәлдә балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләү менән мәшғүл. Ғаилә килемдәрен йыйнап, һәр береһенә кейем, мәктәп-кәрәк-яраҡтары ла алырға кәрәк. Яҡшы костюм, сифатлы рюкзак, аяҡ-кейеме алам тиһәң, кәмендә 15-20 меңеңде сығарып һалырға тура киләсәк.
Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индереүҙәре ихтимал . Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Борис Чернышов ошондай тәҡдим менән сығыш яһаған.
Һәр ғаиләнең дә балаһын мәктәпкә әҙерләү мөмкинлеге юҡ, айырыуса төбәктәрҙә, тигән фекерҙә ул. Уның һүҙҙәренсә, ата-әсә, башҡа сығымды кәметеп, уҡыу кәрәк-яраҡтарын һатып алыу өсөн сығымды арттырырға мәжбүр.
«Беренсе сентябрь капиталы» программаһы сиктәрендә ата-әсәләргә мәктәп сығымдарын ҡаплау өсөн өҫтәмә аҡса бүленергә тейеш.
Әлбиттә, моғайын да бында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр күҙ уңында тотолалыр.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға