«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Альцгеймер ауырыуы нимәне аңлата?



22.08.2019 Альцгеймер ауырыуы нимәне аңлата?

Бындай диагноз ҡуйылған иң тәүге пациент 50 йәшлек немец ҡатыны Августа Д. була. 1901 йылда хәтере көндән-көн насарая барыусы бәхетһеҙ ханымды, табиптарҙың ярҙам итә алырына өмөтләнеп, Франкфурттағы психиатрия дауаханаһына урынлаштыралар. Уны табип Алоиз Альцгеймер дауалай. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатын апатияға бирелеп, үҙенең нимә эшләгәнен бөтөнләй аңламай башлай һәм 1906 йылда, зиһенен тулыһынса юғалтып, вафат була.
Ауырыу үлгәндән һуң тикшереү үткәреп, Альцгеймер ҡатындың мейеһенең бөрөшөп, бәләкәй генә булып ҡалыуын асыҡлай. Бынан тыш, табип зыян күргән нервы күҙәнәктәрендә ниндәйҙер ҡаты төйөрсәләрҙең тупланыуын күрә. Уның фекеренсә, тап шулар төп ауырыуға сәбәпсе булған да инде. Үҙенең асыштары тураһында ул 1907 йылда Тюбингта үткән психиатрҙар съезында хәбәр итә. 1910 йылда немец психиатры Эмиль Крепелин психиатрия буйынса китабында был патологияны "Альцгеймер ауырыуы" тип атай.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға