«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аферистар йәнә банк карталарына һөжүм итә!



22.08.2019 Аферистар йәнә банк карталарына һөжүм итә!

Вәт, аҡыллы баш үҙҙәре! Фонтан кеүек урғылып торған идея, ҡара тырышлыҡ һәм оҫталығы булған был әҙәмдәргә тел шартлатып аптырайбыҙ ҙа, уларҙың ҡара эштәренә нәфрәтләнәбеҙ ҙә.


Был юлы нимә уйлап тапҡандар – хәҙер улар банктың Хәүефһеҙлек хеҙмәте роботтары булып ҡылана икән. Бурҙар клиентҡа шылтыратып, төрлө һорауҙар аша смс хәбәр менән килгән кодты асыҡларға тырыша. “Тауышығыҙҙы идентификациялайбыҙ” тиҙәр икән, йәнәһе. Аферистар үҙҙәрен эштә урынында ултырған банк хеҙмәткәрҙәре итеп күрһәтеү өсөн, фон итеп колл-үҙәк, автоответчик тауыштарын ҡуллана.

Август башында берәү ошо килеш 3,5 миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Уға шылтыратып, үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштырғандар һәм “Һеҙҙең иҫәптән аҡса алырға теләнеләр”, тип алдағандар. Иргә смс менән килгән кодтарҙы әйтергә ҡушҡандар, клиент шикләнә башлағас, уның менән һөйләшеүҙе роботҡа күсергәндәр. Ир, тауыш сигналынан һуң, кодтарҙы әйтергә тейеш булған һәм шулай иткән дә. Һөҙөмтәлә, бурҙар бер-нисә транзакция менән сит картанан миллионлап аҡсаға айыу майы һөрткән.

2018 йылда Рәсәй халҡының карталарынан 1,4 миллиард һум аҡса урланған. Был 2017 йыл менән сағыштырып ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға