«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә Рәсәй флагы көнөнә арналған саралар уҙа



22.08.2019 Өфөлә Рәсәй флагы көнөнә арналған саралар уҙа

Бөгөн, 22 августа, Рәсәй әләме көнөнә бағышланған саралар уҙа.


“Халыҡтар дуҫлығы йорто” алдында “Өсколор” акцияһы.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдында милли-мәҙәни үҙәктәрҙең волонтерҙары һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең хеҙмәткәрҙәре, милли кейемдәрҙә, Рәсәй флагы төҫөндәге флажоктар таратасаҡ.
Башлана: 12 сәғәттә.

БР-ҙың Милли музейында “Рәсәй символдары. Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы” тип аталған фильм күрһәтеләсәк. Шулай уҡ “Мин – гражданин!” тигән ғаилә викторинаһы ойоштораласаҡ.
Сара 11 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем барасаҡ.

БР Хәрби дан музейында “Рәсәй флагы” акцияһы уһасаҡ. Программала – викториналар, видеороликтар ҡарау, Рәсәй флагы менән фотоға төшөү.
Сара 11 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем барасаҡ.

БР Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында “Рәсәй әләме ғорур елберләй” тарихи викторина ойоштороласаҡ.
Сара 12 сәғәттә башлана.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға