«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Краснодар”ға тәжрибә етеңкерәмәне



22.08.2019 “Краснодар”ға тәжрибә етеңкерәмәне

Футбол буйынса Чемпиондар лигаһының төркөм уйындарына эләгер өсөн “Краснодар” командаһы Грецияла урындағы “Олимпиакос” уйынсылары менән плей-офф осрашыуының беренсе уйынын уҙғарҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Рәсәй футболсылары хужаларға ҡаршы бер ни ҡыла алмай, 4:0 иҫәбенә ҡыйралды. Хәҙер уларға был мәсхәрәнән сығар өсөн үҙендә буласаҡ бәйгелә биш туп индерергә кәрәк. Әлбиттә, ышанырлыҡ түгел һымаҡ, әммә тырышҡанда булырҙай. Шуға күрә, быға тиклем Португалиялағы батырсылыҡты ҡабатлағанда, ә улар “Порту” командаһын уларҙа 3:2 иҫәбенә отто, “Краснодар” егеттәренә уңыш теләйһе генә ҡала.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға