«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин: "Төньяҡ ағым - 2" проектына ҡарашы өсөн Финляндияға рәхмәт



23.08.2019 Владимир Путин: "Төньяҡ ағым - 2" проектына ҡарашы өсөн Финляндияға рәхмәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Финляндияла булып ҡайтты. Ул был ил етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе. Сәбәбе бар ине.

Финляндия Президенты Саули Ниинистё менән аралашыуҙан һуң, Владимир Путин былай тине:
"Мы благодарны Финляндии за прагматичный подход в отношении крупного европейского проекта «Северный поток – 2». Сегодня закончены работы по прокладке газопровода на территории Финляндской экономической зоны".

Тимәк, тиҙҙән беҙ газды Европаға ошо яҡтан һата башлаясаҡбыҙ.

Әйткәндәй

Ҡеүәте 55 миллиард кубометр булған газ үткәргес 2020 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлаясаҡ. Тап шул осорға беҙҙең Украина аша "зәңгәр яғыулыҡ" транзиты контракты тамамлана.

"Төньяҡ ағым - 2" проектының бюджеты - 9,5 миллиард евро. Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға